Сведения об образовательной организации
Главная > БДАУ тураһында > Внеучебная деятельность


Уҡыуҙан тыш  БДАУ-ҙың  студенттары университет тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Төрлө концерттар , дискотекалар , спорт ярыштары, төрлө өҫтәлмә саралар, дуҫтар осрашыуы менән студенттар үҙ  көндәлектәрен тултыра.
   БДАУ - ҙың йәштәр һарайында 1000 урынлы концерт залы ла бар. Унда студенттар төрлө ижади кисәләр, осрашыуҙар, фестивалдәр , «Студенттар яҙы», яңы йыл иртәләре, сығарылыш йыйылыуы,мисс һәм мистер БДАУ конкурстары һәм тағы ла күп саралар үткәрелә .

Шулай уҡ  БДАУ-ҙың эстетик тәрбиә үҙәгендә 19 йүнәлеш буйынса өҫтәлмә һөнәр алырға мөмкин: халыҡ, бал бейеүҙәре, вокал (урыҫ һәм башкорт  төркөмө),  урыҫ-халыҡ йырҙары, ҡурай, КВН, тын оркестры, ир - егеттәр хоры, журналистика, рок- музыка, музыкаль пародиялар, конферанс, көнсығыш, йәштәрсә заман бейеүҙәре, брейк- данс, ландшафт дизайны түңәрәктәре бар. 
Шулай уҡ университетта спорт та  ныҡ үҫешкән: футбол, баскетбол, волейбол, саңғы, көрәш, бокс, дзюдо һ.б.

Спорт уйындары өсөн  бөтә уңайлыҡтары булған спорт комплексы, комплекслы майҙан, волейбол, минифутбол һәм баскетбол өсөн майҙансыҡ бар. Шулай уҡ йөҙөү бассейны, бокс һәм гир спорты майҙаны, шахмат һәм шашка клубы, саңғы базаһы, асыҡ йүгереү юлдары, футбол, волейбол өсөн ике майҙан, теннис, баскетбол, волейбол өсөн тышта эшләнгән стадиондар бар.